Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Һуңғы күкрәү. Мин ҡәләмдәр һындырам, буяп ҡағыҙ биттәрен, Йөрәктәге ут һүнһә, әйтсе нимәләр эшләрмен? Белмәйем нисек йәшәрмен - яңғыраһа һуңғы күкрәү, Илһам ҡош осоп килеп - тапмаһа күңелдә утрау. Усаҡтарҙа ҡалһа күмер, күҙҙәрҙә булмаһа ялҡын, Нимәләр йөрәктә ҡалыр - бары бушлыҡ һәмдә һалҡын. Ә әлегә ағым талғын, уйҙарым ҡағыҙ битенә, Ишетәһең мине бро - мин әҙер тугел китергә. Башлағас булыр дауамы, һуңғы туҡталыш йыраҡта. Әсә телендә көндәлек - бөтәһе хисле йөрәктән. Тормош үҙенсә өйрәтә - һәр бер көнөң имтихан, Һэр нәмә өсөн яуапты һин алырһың аҙактан. Бында яуған ямғырҙар тәбиғэттә генә түгел, Һэр бер тамсыны ҡәҙерләп - ҡабул итә ҡүңел. Ижад өсөн һин бел - егеттәр йәш түкмәй, Һуңғы күкрәү сират боҙма еңеу кемгәлер кәрәкмәй... “Икенсе” өсөн дошман - алыҫ каланан әкиәт Мин беләм булмаҫ дауамы - һүҙең ултерә мөхәббәт. Тәрилкәләр йыя бушҡа, айырмай уң һәм һул ярҙы Яуапты эҙлә үҙеңдә ташламай ситкә был йырҙы. Яңғыҙҙан әңгәмә ситкә - моңһоуҙарҙа тик ҡәғиҙә, Йөрәктән ағылған хистәр бушка яҙылмаҫ ҡағыҙға. Оса тапҡан табышың, беҙҙәндә көтәләр күктә...... Күкрәрһең әле йәш саҡта һуңғыһын көтә көтә......