Өфө йүкәләре (Уфимские липы) /минус/ (исполнитель: Фидан Ғафаров (Зәки Мәхмүтов))

Рим Хәсәнов көйө  
Назар Нәжми шиғыры

Йәшлек урамдары,
Тулы хыялдары,
Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.

Беҙҙең менгән аттар –
Йылдар, арғымаҡтар,
Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.

Ғүмер ике килмәй,
Уттар ике һүнмәй,
Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр.
Өфө йүкәләре
Беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Drey между нами  Мен мен едим  Нет никого MIDIBLACK  Уитни хьюсто  Сыны сибири  Jacques Anthony  Гордость рэп  Ало ало ало shami 
О чем песня
Фидан Ғафаров (Зәки Мәхмүтов) - Өфө йүкәләре (Уфимские липы) /минус/?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен