Был донъяла (исполнитель: Фаниль)
Был донъяла I.Тәүге тапҡыр күргән инем Мин һине бер ҡасан Шул ваҡыттан уйым минең Тик һиңә бағышланған ! Нисек итеп һүҙ ҡушырға ? Әмәл табып танышырға ? Бөтә булған хистәрҙе Бер ваҡыт әйтеп һалдым. Ҡушымта: Был донъяла һинһеҙ юғала Йәшәүҙең мәғәнәһе,донъяның йәме! Һиңә арнала яҙған был юлдар Һөйгән йәрем – минең мөхәббәтем! II. Был гүзәл матурлыҡтан Тирә - яҡ яҡтыра. Йылмаяһың һин миңә Мин бәхетле шатланам ! Һинең өсөн сәскәләр Мин өҙөп йыйып алам Һоҡланыуым бөтмәҫ һүҙҙәр Мин һине яратам ! Ҡушымта: Был донъяла һинһеҙ юғала Йәшәүҙең мәғәнәһе,донъяның йәме! Һиңә арнала яҙған был юлдар Һөйгән йәрем – минең мөхәббәтем! III. Кискә табан осрашабыҙ Урамда беҙ йөрөйбөҙ Сихри күктән йондоҙҙарҙы. Хисләнеп күҙәтәбеҙ Ғашиҡ булдым күҙҙәреңә Мин тамам хайран ҡалам Бергә булырға мәңгегә Һиңә Һүҙ бирә алам. Ҡушымта: Был донъяла һинһеҙ юғала Йәшәүҙең мәғәнәһе,донъяның йәме! Һиңә арнала яҙған был юлдар Һөйгән йәрем – минең мөхәббәтем! (2009,2011.© Фаниль Сынгизов. Запись март 2012 г. DIS PRODUCTION г.Сибай)