Ғәфү ит (Зифа Нагаева кәйө һәм һүҙҙәре) (исполнитель: Фидан Гафаров)

Һинең хыялыңда мин түгелмен,
Минең хыялымда һин булманың.
Хоҙай,ниңә осраштырҙың беҙҙе?
Ярҙамына үҙең ҡул һуҙманың.

Ғәфү ит мине,ғәфү ит,
Һиңә пар була алмағанға.
Ғәфү ит мине,ғәфү ит,
Һүҙемдә тора алмағанға.
Булманы инде, булманы,
Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр,
Ике бүлемле араға 
Булманы һалып күперҙәр.

Аҡыл менән һайлап алғандарҙы
Аҡыл ғына тота йөрәк тотмай
Йөрәк менән һайлап алғандарҙы
Йыраҡ йөр(ө)тә, ниңә яҡын йөр(ө)тмәй

Ғәфү ит мине,ғәфү ит,
Һиңә пар була алмағанға.
Ғәфү ит мине,ғәфү ит,
Һүҙемдә тора алмағанға.
Булманы инде, булманы,
Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр,
Ике бүлемле араға
Булманы һалып күперҙәр.

Аҡыл менән йәшәп үтә көнөм,
Аҡыл менән йәшәп арыным.
Телгәләнгән йөрәгемдең зары,
Моңо,һағышы ғына мин бары.

Ғәфү ит мине,ғәфү ит,
Һиңә пар була алмағанға.
Ғәфү ит мине,ғәфү ит,
Һүҙемдә тора алмағанға.
Булманы инде, булманы,
Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр,
Ике бүлемле араға
Булманы һалып күперҙәр.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Charlotte Church O Holy Night  А ЭТИ НОЧИ В КРЫМУ ТЕПЕРЬ КОМУ Бумбокс  Sun Is Shining Cafe Del Mar Bob Marley  Charlotte Church Carrickfergus  Ne vernut  Нервы-май бай  Charlotte Church The Flower Duet  Слезу 
О чем песня
Фидан Гафаров - Ғәфү ит (Зифа Нагаева кәйө һәм һүҙҙәре)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен