Башҡортостан - тыуған ерем /минус/ (исполнитель: Фәдис Ғәниев)
Урал Рәшитов көйө Сәриә Вәлиева һүҙҙәре Башҡортостан - тыуған ерем, Йырлы ҡайындар иле. Куккә ашҡан ғорур тауҙар, Ҡылғанлы дала иле. Ҡылғанлы дала иле, - Башҡортостан - тыуған ерем. Һандуғастар өҙлөп һайрар Йылғалы-күлдәр иле, Гөл-сәскәле, күбәләкле Йәшел туғайҙар иле, Йәшел туғайҙар иле. Башҡортостан - тыуған ерем. Бөйөк шағир Мостай иле, Данлыҡлы Рәми ере. Сая бөркөт Салауаттай, Һүнмәҫ башҡортом теле. Һүнмәҫ башҡортом теле, - Башҡортостан - тыуған ерем. Һандуғастар өҙлөп һайрар Йылғалы-күлдәр иле, Гөл-сәскәле, күбәләкле Йәшел туғайҙар иле, Йәшел туғайҙар иле. Башҡортостан - тыуған ерем.