Зангар томандар артында (исполнитель: Рустам Гиззатуллин)
Бына тағы китәм алыҫтарға, Тыуған яғым, hинән айырылып. (Тыуған яғым, hинән айырылып, Һөйгәнемде hиндә ҡалдырып.)х2 Ҡушымта: Зәңгәр томандар артында Бик алыҫтарҙа ҡалhамда, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп Тыуған яғым, hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. 2.Бик hағындым иген яландарын, Күк тирәкле эйек буйзарын. Йәмле яҙҙа йөрәк елкендереп, Шаулап үткән hабан туйзарын. Ҡушымта: Зәңгәр томандар артында Бик алыҫтарҙа ҡалhамда, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. 3.Бер ҡайтаhы ине баласағым, Ялан аяҡ йөрөгән сағыма. Бер ҡайтаhы ине йәшлегемә, Тәүге мөхәббәтем янына. Ҡушымта: Зәңгәр томандар артында Бик алыҫтарҙа ҡалhамда, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда.