hинhез (исполнитель: Зульхиза Ильбакова)

1.Хистәрем йөрәгемде өтә,
Төштәрем һиңә генә илтә.
Йөрәгем һине генә көтә,
Кистәрем һине һағынып үтә.
Хистәрем дауыллы елдәрҙәй,
Диңгеҙҙә ярһыуы йөрмәләй,
Йөрәгем даръяларға ҡаршы
Ярһып сәсә тулҡындай өҙгәндәй.
Бер генә йылы һүҙең етә,
Бер генә ҡарашың иретә.
Һин генә ҡотҡара алаһың 
Ут һөйөү ялҡындан-
Был мөхәббәт...
Пр;Һинһеҙ яҙҙар ашыҡмай,
Һинһеҙ ҡояш йылытмай,
Һинһеҙ сәхрәләрҙә гөл-сәскәләр асылмай.
Һинһеҙ ҡоштар талпынмай,
Һинһеҙ йәшен дә атылмай,
Һинһеҙ айлы кистәрҙә күктә йондоҙ ҡабынмай.
2.Ялҡынып саҡырып арбаны,
Осҡоно күңелде яманы.
Һыуҙарҙан уттарға ташланы
Йәнемде йәрәхәтләп яланың.
Ямғыр йәш куҙҙәремдән яуа,
Күңелдән утлы һағыш тама.
Йөрәкте ярып хистәр һала
Юҡмы әллә мөхәббәттән дауа?
Бер генә йылы һүҙең етә,
Бер генә ҡарашың иретә.
Һин генә ҡотҡара алаһың 
Ут һөйөү ялҡындан,
Мин яратам!
Пр:Һинһеҙ яҙҙар ашыҡмай,
Һинһеҙ ҡояш йылытмай,
Һинһеҙ сәхрәләрҙә гөл-сәскәләр асылмай.
Һинһеҙ ҡоштар талпынмай,
Һинһеҙ йәшен дә атылмай,
Һинһеҙ айлы кистәрҙә күктә йондоҙ ҡабынмай.
3.Йөрәгем ҡағышын, күҙҙәрем һағышын
Мин ишетәм донъя...
Йәнем нур ағышы,
Йондоҙҙар балҡышы
Мин һине яратам,
Мин һине яратам!!!
Пр:Һинһеҙ яҙҙар ашыҡмай,
Һинһеҙ ҡояш йылытмай,
Һинһеҙ сәхрәләрҙә гөл-сәскәләр асылмай.
Һинһеҙ ҡоштар талпынмай,
Һинһеҙ йәшен дә атылмай,
Һинһеҙ айлы кистәрҙә күктә йондоҙ ҡабынмай.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Цветы для Лилии  Вот бы мне крылья Нефть  Новогодние песни  Ну что тебе стоит ведь дело простое  Про дружбу смешная  Виталя джа гидропоника  Мой добрый учитель Мы пели это 
О чем песня
Зульхиза Ильбакова - hинhез?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен