Хандугас (исполнитель: Ф. Газзалова и Ф. Касимов)
Ф. Ҡасимов һәм Ф. Ғаззалова Һандуғас Май тыуғас, һайрай бер һандуғас – Моңлана күңеле тулғас. Мин көтәм, моң араһында, Һиндә кил – күңел яҙына. Һин кил – күңел яҙына, Көтәм, моң араһында. Ҡушымта: Һайрайҙа һандуғас, ҡояшлы май тыуғас Һандуғас мөхәббәт йырсыһы. Һандуғас һайрамай, болоттар таралмай – Йәнемде һағыштар борсоһа. Һандуғас тирәктә, моң һибә йөрәккә – Кил бәғрем, һиндә кил тыңларға. Тыңлайбыҙ бергәләп, донъялар түңәрәк Һин барҙа янымда, һин барҙа. Яп-яҡын, һайрай бер һандуғас: Тауышы – күңел эсендә Моңдары – йондоҙҙай һибелә, Таңдары һиҙҙермәй килә. Һин кил – күңел яҙына, Көтәм, моң араһында. Ҡушымта: (Ике тапҡыр) Йондоҙҙар йыһанда, күҙ асып йомғанда. Йүгреп беҙ ғүмерҙе барабыҙ. Һандуғас һайраһа, һин һөйөп ҡараһаң – Төҙәлә күңелем яраһы. Һандуғас тирәктә, моң һибә йөрәккә – Кил бәғрем, һиндә кил тыңларға. Тыңлайбыҙ бергәләп, донъялар түңәрәк Һин барҙа янымда, һин барҙа.