Әйтерһең дә ике был ғүмер (исполнитель: Фидан Ғафаров)
Әйтерһең дә беҙгә һанамайса, Үлсәмәйсә ғүмер бирелгән. Йәшлегемдә һин ҡәҙерле бүләк, Айырмасы яҙмыш йәремдән. Йәндәй дуҫтар менән бер һөйләшһәм, Ҡайғыларым була көл-күмер. Өлгөрмәйбеҙ,ваҡыт еткермәйбеҙ Әйтерһең дә ике был ғүмер. Усағтарға утын өҫтәйек беҙ, Ялҡынланып янһын күмерҙәр. Беҙҙән һуңда яҙҙар килә Ҡабатланыр йырҙа ғүмерҙәр. Йәндәй дуҫтар менән бер һөйләшһәм, Ҡайғыларым була көл-күмер. Өлгөрмәйбеҙ,ваҡыт еткермәйбеҙ Әйтерһең дә ике был ғүмер. Өлгөрмәйбеҙ,ваҡыт еткермәйбеҙ Әйтерһең дә ике был ғүмер. Әйтерһең дә ике был ғүмер.