Һөйәһеңме, һөймәйһеңме? (исполнитель: "Осҡон" (Әлфинә, Ғәзиз,)
Устарыңа һалам Мин бөтә ер шарын Мөхәбәтебеҙҙе Ҡабатлайыҡ тағын. Һөйәһеңме-юҡмы Оноттоң әйтергә Көтөүҙәрем генә Һаман да хәтерҙә. Минең генә һиңә Мөхәббәт ҡәҙерһеҙ Йөрәк ҡабат типмәй Нишләрбеҙ беҙ хәҙер. Ер шары ла етмәҫ Аҙ кеүек сәғәттәр Һөйөлмәҫкә һинән Юҡ кеүек сәбәптәр. Припев: Күҙ ҡараңдан эҙләйем Мөхәбәткә яуаптар. Әллә йөрәккәйеңә Хужа булғанмы яттар. Бер генә ғүмер ҙә әҙ Һине һөйөп туйырға. Теләр инем һәр ваҡыт Яндарыңда булырға Куплет: Мине һөйәһеңме Әллә һөйалмайһың Беҙгә уртаҡ бәхет Бүләк итәлмайым... Икебеҙҙең шатлыҡ Бишектә бәүелмәй Мөхәббәт һүҙҙәрең Ҡалдылар әйтелмәй