Йөрәк илай (2016) (исполнитель: МС БАШ & ANN SU)
аааай йөрәк илай, hинhеҙ ул түҙэ алмай, юҡhынып, hағынып, яңғыҙлыҡтан ыҙалай күпме йылдаар эҙлэп, табыып та юғалтҡаас, минең тормоош аҙаашҡан юлсыға хаас. сүллеектең уртаһыында, уҙемәә уҙем тороп ҡалғас. кемдер шыбырлай тойола, иҫәр,йүләр,юғал,ҡас. асмын,яланғасмын, яҙмыштан туҡмалган, кешелектең вайымһыҙлығынан уйҙары буталған. туҡталған, тубыҡланған, әйтерһен яңғыҙы ул һэм ялан, уратҡанда тирә яҡҡа теҙелгән бөтә булған ялған. Ҡибланы онотоу,ғәҙелһеҙлекте йотоу Ҡәһәрләп яҙмышты, югалтыу тормоштоң ҡото Ошоларға сығырға ҡаршы белмәйем нимә тотто Тик ҡайҙан ғына һуң көс табырға, алыштырып ҡояшҡа болотто. Отто ғүмер тип иларғамы Әллә үҙемә һуҙырғамы, бөтә булған юрғанын Ошо уйҙар юлсыны болғаны, теге яланда йығылғаны Һуңғыһы тугелдер, тамырҙа йүгерә әле ҡаны Быға тиклем Ишектәр яптым, йоҙаҡтар бикләнем Ситтән ҡараһаң үҙем Донъянан ялҡып киткәнем. Аңлайым ситлектән асҡыс табыр кәрәклеген, Тик мине аңлармы Донъя, бармы минең кәрәклегем. Мин прима йә дирижер әллә соло башҡарыусы Түгел ҡомаҡ тәгәрмәстә кешегә тойғо атҡарыусы, 11 йәштән хәнйәр тотоп урмандарҙы гиҙгән айыусы Айыу осрау мөһим түгел, маҡсатыма ышаныусы. Ғәфү итегеҙ йәмәғәт,тик һеҙҙең “донъянан мин ҡасам” Үҙемдең киләсәккә үҙем бар булған ишектәрҙе асам ! ! ! Аҡсам, булыу мөһим түгел, мин ирекле кеше Күптәр хуплай эшен, күптәр ҡайрай тешен Миңә барыбер сүллектән сығырға берәү ҡулын һуҙманы Көнләшеү,алдау,ташлау үҙиткәндәр урап уҙманы. Бик иртә дошманга әйләндегеҙ,белмәйсә минең көсөм Артабанғы минең көрәшем тыуа тик бәхет өсөн