Парлылар йыры (исполнитель: Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова)

ПАРЛЫЛАР ЙЫРЫ

Азат Исҡужин көйө
Мотал Рәмов шиғыры

Бәхет икән тормош юлын
Парлап үтеүе,
Етәкләшеп, ҡартлыҡтарға
Килеп етеүе.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Киләсәккә өмөт биреп,
Үҫә балалар.
Ҡыуанырбыҙ, беҙгә улар
Терәк булһалар.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Тик күгебеҙ аяҙ торһон,
Булмаһын һуғыш!
Йөрәккә ҡан һауҙырмаһын
Әрнеүле һағыш!

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Айҙар-йылдар артта ҡалыр,
Үҙгәрер заман.
Бары икәү бергә-бергә
Ҡалырбыҙ һаман.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Эта песня про девушку которая мне нравится  Белинда наизусть на 11 этаже моей девятиэтажке  Сура 90 Аль-Балад Город Мишари  Восемь бесконечность вверх  Stand Up m2  The Anix  Корона Вины 2 
О чем песня
Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова - Парлылар йыры?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен