Булмаһын юғалтыуҙар (исполнитель: Риф Бикбаев)

Булмаһын шул хаҡһыҙ юғалтыуҙар —
Ғашиҡтар гел бәхет кисерһен.
Һәр бер атҡан алһыу матур таңдар
Бар(ы)һына ла бәхет килтерһен.

Ҡушымта: 
Ә йөрәк бит һаман ниҙер көтә,
Күңелдәрҙә йәшәй ышаныс.
Ышанысым йөрәк һағышынан
Бер мәл кисерерме ҡыуаныс.

Яҙмыш бүләк иткән бәхеттәрҙән
Ҡанаттарҙы кемдәр ҡайыра?
Яңғыҙлыҡтан ҡасыр тарафтар юҡ,
Яҙмыш беҙҙе үҙе айыра.

Ҡушымта шул уҡ

Тормош юлдары бик ҡатмарлы,
Яңғыҙ уны ауыр үтергә.
Булһын юлдаш иңде иңгә терәп,
Ғүмер юлын бергә үтергә.

Ҡушымта: 
Ә йөрәк бит һаман һине көтә,
Күңелдәрҙә йәшәй ышаныс.
Ышанысым йөрәк һағышынан
Бер мәл кисерер ул ҡыуаныс.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Xeber Versin Vuqar Vuqarli  Арнав кхуши  Sunreal  Мы живём как  Ярмак всем  Не спиться этой  Be may love 
О чем песня
Риф Бикбаев - Булмаһын юғалтыуҙар?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен