Йәшлеккә ҡайтам әле минус (исполнитель: Фәрит Яҡшығолов (Рауил)

Фәрит Яҡшиғолов көйө
Риф Йөзлөкбаев шиғыры

Ҡыңғыраулы аттар егеп 
Үттек йәшлек йылдарын.
Һөйөлдөк тә, һөйҙөк тә беҙ
Беҙҙең заман ҡыҙҙарын.

Йүгән элеп, атҡа менеп,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Йөрәгемдә һин һаман да
Һөйәм яратам әле,
Йәшлеккә ҡайтам әле.

Күкрәк киреп, гармун тартып
Ҡыңғыраулы аттарҙа.
Ҡыҙҙар урлап төн уҙҙырҙы
Таралышҡан таңдарҙа.

Йүгән элеп, атҡа менеп,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Йөрәгемдә һин һаман да
Һөйәм яратам әле,
Йәшлеккә ҡайтам әле.

Саналағы пар аттарҙа,
Ап-аҡ ҡарға эҙ һалып.
Үткән йәшлек йылдарымдан
Уҙамын иҫкә алып.

Йүгән элеп, атҡа менеп,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Йөрәгемдә һин һаман да
Һөйәм яратам әле,
Йәшлеккә ҡайтам әле.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Host gel gedek  AlvinRisk  Qavor-Sanik  Dan Kuduro  Sunlight Sender  NewTone - run  Gloryhole Trust 
О чем песня
Фәрит Яҡшығолов (Рауил - Йәшлеккә ҡайтам әле минус?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен