Төшөмә керәһең. (Роза Сәхәүетдинова) (исполнитель: Фаиль Юртбаков & Зәлиә Нурлы)

Һәр көндө керәһең төшөмә,
Йылмайып сығаһың тирмәмдән.
Сәсеңде елдәрҙә, елдәрҙә, елдәргә
Таратып үтәһең тирәмдән.

Артыңдан үләндәр тибрәлә,
Емелдәп ысыҡтары ҡойола.
Һин мине йыраҡҡа, йыраҡҡа, йыраҡҡа
Саҡырҙың да кеүек тойола.

Мин тиле онотоп донъямды,
Һин киткән яҡтарға юл алдым.
Зәңгәр күк офоҡтар, офоҡтар, офоҡтар,
Артына кереп һин юғалдың.

Һәр көндө керәһең төшөмә,
Йыраҡҡа төбәлгән ҡарашың.
Офоҡта ҙур ҡояш, ҙур ҡояш, ҙур ҡояш,
Ҡағылма, янырһың, янырһың.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Песня о добре  SuperEd86  Ирина Круг я буду помнить  07 Зло  Какими словами  Галина Хомчик счастливый жребий  Rozen maiden kinjirareta asobi 
О чем песня
Фаиль Юртбаков & Зәлиә Нурлы - Төшөмә керәһең. (Роза Сәхәүетдинова)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен