"Кисер мине" (исполнитель: Тулябаева Минзаля)
Кисер мине Нурия Абдуллина - Шәриф Бикҡол Кисерә алһаң, әгәр, кисер мине, Ғәйептәрем минең тау тиклем. Мин ғашиҡмын һиңә әүәлгесә, Мин яратам һине, һөйөклөм. Кисерә алһаң, әгәр, кисер мине, Атҡан уғың тейгән кейекте. Яраланған йәнем иңрәй һаман, Яратам шул һине, һөйөклөм. Кисерә алһаң, әгәр, кисерә күр, Һөйөүемә килеп һөрлөктөм. Ғүмеремдең һуңғы сигенәсә Яратырмын һине, һөйөклөм.