Ашыктырма кэкук гумерзе (исполнитель: Алхыу Бахтиева песня Рифа Арсланова)
Тын кистәрҙә туғайҙарҙан Килә кәкүк тауышы. Әллә ниҙәр уйлата ул, Арта күңел һағышы. Эй, кәкүктәр һанамағыҙ Беҙҙең ҡалған ғүмерҙе. Ашыҡтырмағыҙ көндәрҙе, Әрнетмәгеҙ күңелде. Ҡайғыларҙы, киләсәкте Юрамағыҙ кәкүктәр. Ергә килгәс, йәшәйек әле, Бигерәк матур ер-күктәр. Һәр кемдең бар үҙ яҙмышы, Кемгә күпме яҙылған. Айырылмайыҡсы бер үк бик иртә Был донъяның наҙынан.