Хине курхэм (исполнитель: Динислам Сафин)
Һине күрһәм йәнгә дауа табам Онотола барлыҡ мәшәҡәт. Бер йылмайһаң тыуам өр-яңынан, Һин- таң кеүек, гүйә нур-шәфәҡ. Бер ҡарашың етә минең өсөн, Яҙҙар еткән кеүек донъяға. Күктә ҡояш йылы нурын һибә, Һинең кеүек ихлас йылмая. Һине күрһәм иңгә ҡанат үҫә, Ҡайнар хистәр тула йөрәккә. Һин - ҡояшым, шундай яҡынһың һин, Шул уҡ ваҡыт йыраҡ-йыраҡта припев Һин йылмайһаң яҙҙар кире ҡайта, Мөхәббәткә донъя төрөнә. Һинең нурың йәшәү көсө булып Килеп керҙе күңел түренә