Мәңгелек мөхәббәт (Әсәйем күҙҙәре, (исполнитель: Иҙрис Ғәзиев)

Мәңгелек мөхәббат - әсәйҙең күҙҙәре,
Йылдарға әйтелгән атайҙың һүҙҙәре.
Шуныһы үкенес: һуң ғына аңлайбыҙ
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.
Шуныһы үкенес: һуң ғына аңлайбыҙ,
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.

Еңел булмай яҙмыш: ул һыулы, кәртәле.
Тормош күперҙәрен үтәһе бар әле.
Тормош юлдарында янымда үҙҙәре -
Әсәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре.

Ҡайҙа ғына ташлаһа үҙемде яҙмыштар,
Ҡартайтып, ашығып үтһә лә яҙ ҡоштар,
Һәр ваҡыт хәтерҙә, һаҡлармын үҙҙәрен,
Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Mors Principium Est Pressure  Mors Principium Est Blood Of Heroes  Mors Principium Est No more  Mors Principium Est Another creation  Mors Principium Est In my words  Mors Principium Est Inhumanity  Mors Principium Est The lust called knowledge 
О чем песня
Иҙрис Ғәзиев - Мәңгелек мөхәббәт (Әсәйем күҙҙәре,?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен