Атай, әсәй - ҡәҙерлеләрем (исполнитель: Гөлсөм Бикбулатова)

Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә,
Һағыш та, һөйөү ҙә сағыла.
Сал кергән сәстәрегеҙгә
Елдәр иркәләп ҡағыла.

Атай-әсәй, ҡәҙерлеләрем,
Йөрәгемдең һеҙ яртыһы.
Һеҙҙе һағынамын бигерәк,
Килә гел өйгә ҡайтаһы.

Тыуған өйҙөң йылы түрендә,
Өҫтәлдә гел ҡайнар сәйегеҙ.
Әсәйҙең йылы икмәге,
Беҙҙең турала һүҙегеҙ.

Өмөттәребеҙҙе һүндермәй,
Йәшәгеҙ оҙаҡ, атай-әсәй.
Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай,
Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Jhene Aiko  На-на-на-най  Песня тракториста  Never Think  Puddle of mudd never change  Мне стыдно  You are not sorry  Love Пицца 
О чем песня
Гөлсөм Бикбулатова - Атай, әсәй - ҡәҙерлеләрем?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен