Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек (исполнитель: Хәниә Фәрхи)
"ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҮЛМӘҪ ЙЫР ИТӘЙЕК" Роберт Тимербаев көйө, Вәлит Илембәтов шиғыры. Ғүмер үтә тиҙәр, ғүмер үтмәй, Беҙ үтәбеҙ ғүмер юлынан. Артҡа ҡарап уфтанмайыҡ әле, Үкенмәйек әле һуңынан. Үткән, үткән инде, алға ҡарап, Үтер юлды матур үтәйек, Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек, Үкенмәҫлек итеп китәйек. Йәшлек үтә тиҙәр, йәшлек үтмәй, Беҙ үтәбеҙ йәшлек йылдарын. Йәшлек дәртен, һыуытмайыҡ әле, Һүндермәйек йөрәк ҡуҙҙарын. Үткән, үткән инде, алға ҡарап, Үтер юлды матур үтәйек, Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек, Үкенмәҫлек итеп китәйек.