Ҡайтмаған һайын (Акустика) (исполнитель: Rnt)

Китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып,
Ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып
Көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда
Хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда.

Бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап
Туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап.
Ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым,
күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын
Мин, мин ҡайтмаған һайын -х4

Күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде
Минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде
Улың- дәрүиш, тора алмай һис бер урында,
Мин яратам һине әсәй, шуны онотма

Нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың, 
Күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың. 
Тик ниҙәр һинең күңелеңдә - юҡ һорағаным, 
Мин бит һәр саҡ юлда, бына- китәмен тағын.
Мин, мин ҡайтмаған һайын -х4
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Феофан колыбельная  Фото-снимки Stim  Пианобой письмо  Мама посвящено памяти Поль Мориа  Я горю Помазуев Максим Сайдулин  ЭGO живая мишень  999 SERPO feat Dj Frost music - Это лето тебе 2013  Пускай Леша 38 
О чем песня
Rnt - Ҡайтмаған һайын (Акустика)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен