Татыу ғаиләм (Г.Дәүләтшина һүҙ,А.Балхина (исполнитель: Уралиә Кинйәбулатова)
Татыу ғаиләм Гөлшат Дәүләтшина һүҙҙәре, Әлфиә Балхина көйө. 1. Беҙҙең өйҙән алыҫтан уҡ Нурҙар бөркөлөп тора Беҙҙең ғаилә кеүек шат Һандуғас оя ҡора. Яратам мин әсәйемде Яратам атайымды Һандуғастай ҡанатланып Йырлайым йырҙарымды. 2. Ҡояш апай нурын һибә Беҙҙең йөрөр юлдарға Ғаиләм менән атлайым мин Алда бейек тауҙарға! 3. Тыуған ерем менән ғорур Иң ҡәҙерле ил генәм Ҡыуанысым ҙур бәхетем Берҙән – берем һин генәм!