Өмөтөмдө әле өҙмәйем (исполнитель: Юлай Моратов)

ӨМӨТӨМДӨ ӨҘМӘЙЕМ

Юлай Моратов көйө
Фәриҙә Билалова (Әлибаева) шиғыры

Фани донъяларға тыуа кеше 
Тик бәхете булмай тигеҙҙән. 
Берәү бәхет ҡапҡаларын асһа, 
Икенсеһе һыҡтай һағыштан. 

Әсе яҙмыш һынауҙарын үтәм 
Бирешмәйем әле, түҙәйем. 
Бер ауырҙың бер еңеле булыр,
Өмөтөмдө әле өҙмәйем. 

Өмөтөмдән яҙмам, әй, Хоҙайым
Донъя тормай бит ул яңылыштан 
Кемдәр генә уҙып киткән икән, 
Маңлайына яҙған яҙмыштан. 

Әсе яҙмыш һынауҙарын үтәм 
Бирешмәйем әле, түҙәйем. 
Бер ауырҙың бер еңеле булыр,
Өмөтөмдө әле өҙмәйем.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Кружит  Любо братцы любо Казачий круг  Stivie  Sweet  Korni  DMX Ruff Riders Anthem 
О чем песня
Юлай Моратов - Өмөтөмдө әле өҙмәйем?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен