Ел, ерәнем (исполнитель: Каруан Һарай (Рәсүл)
Нәжип Иҙелбай һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев көйө Ел, ерәнем, егетеңде Еткер ел етмәҫ ергә. Яланда түгел, яуҙа ла Гел икәү булдыҡ бергә. Менгән атым – Уң ҡанатым, Һин батыр егет күрке, һай!.. Һинең менән елдәй елгән Батыр егет – ил күрке. Ҡолон саҡтан татыу үҫтек Ирәндек итәгендә. Ил саҡырғас, яуға киттек Йәмле йәй иртәһендә. Менгән атым – Уң ҡанатым, Һин батыр егет күрке, һай!.. Һинең менән утҡа ингән Батыр егет – ил күрке. Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-һау, Яуҙа дошманды еңеп. Һинең даның, Ирәндектау, – Ерәнсәй менән егет. Менгән атым – Уң ҡанатым, Һин батыр егет күрке, һай!.. Һинең менән Яуҙа еңгән Батыр егет – ил күрке!