ЗӘҢГӘР КҮҘ (исполнитель: Сабина Кучаева)
Зәңгәр күҙең, куҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ҡарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр - Улар беҙгә тиң түгел. Тиң түгелен мин дә беләм. Өҙлөп һөйә йәш күңел! Ҡушымта (2 тапҡыр): Эй, матур бөҙрә сәс! Эх, йәмле зәңгәр күҙ! Әйтмәм һиңә бәғерем Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. Зәңгәр күҙең, куҙ керпегең. Тибрәндәреп ҡарама! Күҙ ғарашың уҡ шикелле Йөрәгемә ҡаҙала. Зәңгәр күҙен оҡшатамын Зәңгәр тамйыл боҙона. Бөҙрә сәсен оҡшатамын Диңгеҙҙең тулҡынына. Ҡушымта (4 тапҡыр)