Һин - минең киләсәгем (исполнитель: Азат Йыһаншин, Алһыу Бәхтиева)

"Хушығыҙ хыялдарым" спектакленән йыр

Юлай Үҙәнбаев көйө

Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда,
Осор ҡанаттарым арманhыҙ талғанда,
Тик hин мине күрҙең, хәлкәйемде hиҙҙең,
Һин яныма килдең, hин миңә ҡул бирҙең!

Таңдарҙың нурҙарын hиндә генә күрәм,
Күңелем наҙҙарын hиңә генә бирәм,
Һин бит – минең генә ярhып килгән яҙым,
Һин бит – минең генә яҙмыш биргән наҙым!

Ҡушымта:

Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым,
Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым!
Яҙмышым томанын тараттың нур булып,
Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.

Киләсәк көндәрем hиндә генә күрәм,
Киләсәк яҙмышым барын hиңә бирәм.
Киләсәк ғүмерем – ярhып килгән яҙым,
Һин hуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым. 

Ҡушымта:

Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым,
Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым!
Яҙмышым томанын тараттың нур булып,
Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Wet Wet Wet Love Is My Shepherd  Wet Wet Wet Home Tonight  Wet Wet Wet Love Is All Around  Wet Wet Wet Lip Service  Wet Wet Wet Wishing I Was Lucky  Wet Wet Wet Goodnight Girl  Wet Wet Wet More Than Love  Wet Wet Wet All I Want 
О чем песня
Азат Йыһаншин, Алһыу Бәхтиева - Һин - минең киләсәгем?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен