Һин әлегә минең барлығымды белмәйһең... (исполнитель: ЮАР)

Һин әлегә минең барлығымды белмәйһең... Мин дә – һинең... Бары... 
Ҡасандыр, ҡайҙалыр тыуған ике хыял... 
Төрлө урында, төрлө ваҡытта... 
Һин көтәһеңдер... 
Мин юлдамын... 
Көндәр, төндәр, саҡрымдар... 
Ҡояш, ел, ямғыр, буран... 
Бейеклектәр...
 Һәм түбән... 
Ниҙер табам... 
Ниҙер юғалтам... 
Яңғыҙ... 
Осраҡлы юлдаштар... 
Мин юлдамын... 
Хәйер... 
Бәлки осратҡанмындыр ҙа һине... 
Алыҫта... 
Йәки яҡында... 
Танымағанмындыр... 
Бәлки, һин мине танымағанһыңдыр... 
Бәлки, ул саҡта беҙ осрашҡанбыҙҙыр, 
тик күҙҙәр аймылышҡандыр... 
Бәлки... 
Мин юлдамын...
 Һин көтәһеңдер... 
Бына бер саҡ... 
Алыҫта... 
Йәки яҡында... 
Һалҡын иртәлә йә йылы кистә... 
Алыҫ ерҙә... 
Ҡалала йә ауылда... 
Таныш түгел бер ишекте шаҡырмын да... Затлы һарайҙың йә иҫке генә бәләкәй бер өйҙөң...
Асырһың... 
Һин... 
Бәлки, беҙ бер-беребеҙҙе танымаҫбыҙ... 
Ә хыялдар таныр... 
Бер-береһен... 
Ҡасандыр, ҡайҙалыр тыуған ике хыял... 
Төрлө урында, төрлө ваҡытта... 
Һәм... 
Һин миңә һыйынырһың... 
Йомшаҡ ҡына ел кеүек... 
Ипле генә ерҙе япҡан иртәнге томан һымаҡ... Түҙемһеҙ көндө ҡосағына алған серле төн төҫлө... 
Шым ғына...
 Һаҡ ҡына... 
Һәм әйтерһең... “Мин һине көттөм”... 
Мин әйтермен... “Мин таптым һине”... 
Йә, Хоҙай, ни тиклем дә таныш сәстәреңдең еҫе...
 Һәм танһыҡ... 
Һәм мин сәфәремде өҙөрмөн... 
Ҡалырға... 
Һинең яныңда... 
Мәңгегә... 
Әлегә һин минең барлығымды белмәйһең... Мин дә – һинең...
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Slightly Stoopid Leaving on a Jet Plane  Slightly Stoopid Collie Man  Вылазка монгол шуудан  Slightly Stoopid Somebody  Девушка читает реп лирика  Slightly Stoopid This Joint  Весна-не торопись 
О чем песня
ЮАР - Һин әлегә минең барлығымды белмәйһең...?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен