Асай беззе Сондан алып кайткан (исполнитель: Айгуль Сагинбаева)
Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан, Сөн һыуында йыуған иң элек. Бишек йырын йырлап төндәр буйы, Беҙ үҫкәнде көткән, тилмереп. Беҙ биш бала үҫтек – биш йоҙроҡ – Тик үҫмәнек иркә ҡосаҡта. Беҙ әсәйҙең биш шатлығы инек, Биш ҡайғыһы булдыҡ ҡай саҡта. Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар Күргән әсәй ғүмер эсендә. Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине, Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә. Хәҙер инде еткән балалар беҙ, Ҡунаҡ ҡына әсәй янында. Әсәйҙәрҙең оло йөрәгенә Изгелектең һыйған барыһы ла. Һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел Әсәйҙәрҙән күргән изгелек. Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан, Сөн һыуында йыуған иң элек.