Атай -әсәй алтын ҡанат(2017)башкирский слова Физалии (исполнитель: Разида Ахметова)
.АТАЙ-ӘСӘЙ - АЛТЫН ҠАНАТ Слова Ф.Давлетгареевой Муз.Р.Ахметовой 1.Рәхмәтләрҙе һеҙгә әйтер өсөн Бармы икән һүҙҙәр дөньяла? Бәхет таша беҙҙең күңелдәрҙән Атай-әсәй имин булғанда. Кушымта: Атай-әсәйебеҙ - алтын ҡанат, Беҙҙең өсөн тормош тоткаһы. Ниндәй генә ҙур юлдар үтһәк тә, Ата йорто – дөнья уртаһы,ата йорто. 2.Озон гүмер һеҙгә насип булһын. Атай-әсәй, имин булығыҙ. Һеҙ көткәндә тыуған өйөбеҙгә Һис киҫелмәҫ ҡайтыр юлыбыҙ. 3 Атай-әсәйле йорт – ожмах йорто. Ишектәре - йәннәт ҡапҡаһы. Изге терәк тормош юлыбыҙҙа - Атай-әсәйебеҙҙең доғаһы. Физалия Давлетгареева 20.11.14 год