Кейауга (Bash.) ® (исполнитель: Elvin Grey)
Нисә йылдар һине көттөм, Һине генә эҙләнем. Һин күң(е)лемдең гөл-сәскәһе Һин минең киләсәгем. Аҡыллы, ышансылы ир Булырмын һинең өсөн. Һин бәхетле булһын өсөн, Түгәрмен бөтә көсөм. ПРИПЕВ: Донъяның бар шатлыҡтарын Бүләк итәм - итәм мин һиңә. Һине генә - һине яратырмын Кейәүгә сыҡ һин миңә! Бәхет-шатлыҡ беҙҙе көтә Бер-бер артлы теҙелеп. Тәҡдим яһайым бөгөн һиңә. Яуап көтәм өҙөлөп. Насип булһа бергә-бергә Һөйөрбөҙ кескәйҙәрҙе. Ейән менән һөйөндөрөп Ҡәҙерле әсәйҙәрҙе.