Тала, тала #БаҫБашҡортса (исполнитель: Бибисара Азаматова һәм)

Һандуғастар эйәләшкән
һыу эсәргә миләштән.
Ҡайғыларым бөтәр ине
Һине күреп һөйләшһәм.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минең йөрәгем?

Ағиҙелгә баҫма һалдым
Ҡайынын һайлап ҡына.
Яндарыңа барыр инем
Ҡош булып һайрап ҡына.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Ағиҙелкәйҙе кискәндә
Йырлайым ишкәк ишкәндә.
Өзөлә үзәк, яна йөрәк
Йәнем иҫкә төшкәндә.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?

Ағиҙел һыуы тирбәлә
Уртаһында һал булһа.
Һыуға һалһаң, ҡалҡып сығар,
Беҙгә насип яр булһа.

Эх, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем.
Ниңә тала, ниңә яна
Икән минем йөрәгем?
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Алёна Иванцова-мотив дождя  Armo - Harsn Es im  Gunshot Baby OVERRUN  Па4ино  Жди Стас МИХАЙЛОВ  Erik Hecht-Walking Alone  HMKids - Imperial Guard  Песни сериала клон 
О чем песня
Бибисара Азаматова һәм - Тала, тала #БаҫБашҡортса?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен