Тылсымлы Яңы йыл (2017) аранжировка А.Хабировой (исполнитель: Рәил Игеҙбаев)
"Тылсымлы Яңы йыл" Рәил Игеҙбаев һүҙ. һәм көйө 1. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре һауала өйрөлә, Бейейҙәр гүйә ҡыштың сихри бер көйөнә, Йондоҙҙарға ғына хас, сағыу йымылдап, Байрам кәйефе өләшәләр беҙгә Яңы йылда! Ҡушымта: Тылсымлы Яңы йыл Бәхет-шатлыҡ килтерә, Ашмаған хыялдар ашһын тип, Яңынан өмөт бирә. Тылсымлы Яңы йыл, Янымда дуҫ-туғандар, Бер генә теләк, бер генә үтенес, Һаулыҡҡа бай булһындар! 2. Аҡ ҡарҙай яҡтыһын ғына иҫтә ҡалдырып, Оҙатайыҡ үткәндәрҙе, киләсәккә юл асып. Яңы йыл - яңы сәйәхәт, яңы хәтирәләр. Теләгеҙ, ышанығыҙ - килер яҡты көндәр! Ҡушымта: шул уҡ © Ожмах, 2017 [bad word] ojmah [bad word] ojmahut