Бишек йыры (исполнитель: Айгуль Утяганова)
1)Шатлыҡ өҫтәп тормошома Тыуҙың һин күҙ нурым. Йоҡла, йом күҙең, йондоҙом, Һиңә был йырым! Ҡушымта: Әли-бәли бәү-бәү, Күҙ теймәһен, бәпкәм, Ай нурҙары һинең йөҙөңдә. Мөхәббәт емешем, алтыным, көмөшөм, Йыһандың бар наҙы үҙеңдә, Йоҡла балам, бәү-бәү... 2)Һин йылмайһаң, таң атҡандай, Көлһәң, шишмә көнләшә. Аҡ булһын ғүмер юлдарың, Рәхәттә йәшә! Ҡушымта: Әли-бәли бәү-бәү, Күҙ теймәһен, бәпкәм, Ай нурҙары һинең йөҙөңдә. Мөхәббәт емешем, алтыным, көмөшөм, Йыһандың бар наҙы үҙеңдә, Йоҡла балам, бәү-бәү... 3)Аяҙ булһын һәр саҡ күгең, Матур төштәр күр һин. Эй, Хоҙай, бар сабыйҙарға Бәхеттәр бирһен! Ҡушымта:(2) Әли-бәли бәү-бәү, Күҙ теймәһен, бәпкәм, Ай нурҙары һинең йөҙөңдә. Мөхәббәт емешем, алтыным, көмөшөм, Йыһандың бар наҙы үҙеңдә, Йоҡла балам, бәү-бәү...