"Көтәм" (2015) (муз А Якшембетов,сл.Сафуан Алибаев) (исполнитель: Гөлсөм Бикбулатова)
Серле төндә таңды көтәм, Таң ағылғас көнгә үтәм. Көҙөн ҡышҡа ашҡынамын, Ҡыш күңелдә яҙ иртән. Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм, Яҙын, ҡышын, йәйен, көҙөн. Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм, Һине генә өҙөлөп, өҙөлөп көтәм. Ҡайғыларым һирәк килмәй, Һағыштарҙан йонсоп бөтәм. Ҡарҙар ярған сәскә кеүек Шатлыҡ балҡыр тиеп көтәм. Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм, Яҙын, ҡышын, йәйен, көҙөн. Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм, Һине генә өҙөлөп, өҙөлөп көтәм. Ғүмер буйы ниҙәр эҙләп Кемделер мин көтәм-көтәм. Нисек кенә йәшәр инем Был яҙмыштар булһа бүтән. Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм, Яҙын, ҡышын, йәйен, көҙөн. Көтәм-көтәм, көтәм-көтәм, Һине генә өҙөлөп, өҙөлөп көтәм.