Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Саҡырмасы, кәкүк, ай, ҡаршымда, Саҡырһаңсы ағас башында. Ҡарсығакай кеүек моңһоз инем, Ҡайгы-хәсрәт төштө башыма. Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып, Хәсрәт арттырырға маташып. Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым, Яңғыҙ кәкүк кеүек адашып. Саҡырмасы, кәкүк, ай, яҡында, Кәкүк өсөн түгел тал-тирәк. Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ, Ялҡынһыҙ уҡ яна был йөрәк.