Барам (исполнитель: Rnt)
Ҡушымта: Барам уның яндарына Артҡа ҡарамай. Бирешергә был уйында Миңә ярамай. Борма юлдар, ташҡан һыуҙар Беҙҙең арала. Булыр өсөн яҡыныраҡ Ҡурҡыу юғала. 1-се куплет: Һәр бер көнөм әйтерһең дә Иң һуңғы бәйге. Туҡтамайса һаман сабам Янына мәңге. Бирешергә юҡ уйымда Барған юлымда Йылдар илтә хыялыма Тотоп ҡулымдан 2-се куплет: Араларҙа беҙҙең һаман Меңәр саҡрымдар. Бер ҡараһаң ул алыҫта Йәки яҡында. Килер бер көн мин булырмын Уның янында Бөтә булмышым ялманыр Сағыу ялҡынға.