Һаумыһығыҙ, яныуҙарым (исполнитель: Насип Кучаев)
Фаил Абдраҡов көйө Марис Нәзиров шиғыры Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде, Ғүмерем яҙым алҡышланы. Көләс йәшлек иртәһендә, Һаумыһығыҙ, шатлыҡтары. Яҡты нурҙай балҡыным мин, Түбәм күккә тейҙе инде. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Иркәләүен тойҙом инде. Яҙҙар етте, һөйөү ҡилде, Наҙҙарымды нағышланы. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, һағыштары. Уйҙарымдан уйылам мин Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә. Был һағыштар — үҙе бәхет, Көтөүҙәргә сәбәп барға. Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй, Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, яныуҙарым. Япраҡтарҙай һарғайһам да, Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Күмеләмен наҙҙарына.