Мэнгелек сер. (2014)слова Гульфии Юнусовой,музыка Разиды Ахметовой (исполнитель: Разида Ахметова)
Мәңгелек сер Г.Юнысова һүҙҙәре Р.Әхмәтова көйө 1.Быуаттарҙы сорнап ер әйләнә, Ер йөҙөндә һанһыҙ күп серҙәр. Ул серҙәрҙең иң- иң тәрәндәрен, Йөрәктәрҙә һаҡлай кешеләр. 2.Минең дә бит изге бер серем бар, Хыялыма таба илтеъсе. Көндәремде яҡты,төштәремде татлы, Йырҙарымды дәртле итеъсе. 3.Һис кем белмәҫ минең был серемде, Тик үҙемдә ҡалыр ялҡын – ут. Башҡаларға уны асҡым килмәй, Һиңә сисер инем – хаҡым юҡ. 4.Бер нәмә лә ерҙә мәңге түгел, Ғүмерҙәр ҙә тормай һандыҡта. Тик йөрәктән сыҡҡан утлы хистәр Яныр әле беҙҙән ҡалып та.