Мөмкин түгел (2014)(Рәзидә Әхмәтова көйө, (исполнитель: Әхмәтова Рәзидә)
Мөмкин түгел Я.Колмой һүз. Р.Әхмәтова көйө 1.Таңды ҡотлап ҡоштар һайрашҡанда Йөрәгемдә дәртле моң ҡала. Йырһыҙ йәшәү мөмкин түгел икән, Шул йыр һымаҡ матур доньяла. 2.Ҡайҙа барһаң,шунда дуҫ – иш кәрәк, Дуҫ булғанда йөҙөң нурлана. Бойоҡҡан ҡош һымаҡ,дуҫһыҙ йәшәү Мөмкин түгел яҡты доньяла. 3.Һөйгән иркәң бер йылмайһа һиңә, Борсолоуың эҙһеҙ юғала. Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел, Мөхәббәтле ошо доньяла