Эй башкортом (исполнитель: Рафикова Дилара)
Эй, башҡортом, кей түбәтәй! Эй, башҡортом, әйт аҙан! Ата-бабалар йолаһын Тергеҙәйек ҡайтанан! Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ! Теләк телә сәждәлә. Ил-йортобоҙ тыныс булыр, Урап үтер мең бәлә. Эй, башҡортом, тарт тәсбихең! Әйт һин: “Аллаһу әкбәр!” Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай Бар халҡымды бүләкләр. Эй, башҡортом, тот ураҙа! Эй, башҡортом, сал ҡорбан! Йөрәгеңдә иман артһын, Күңелеңдә - миһырбан. Эй, башҡортом, ҡалдыр ил, тип, Доға ҡылырлыҡ бала. Ошо изге еребеҙгә Хужа булырлыҡ бала. Лә илләһә, иллалаһу Лә иллаһә, иллалаһ Лә илләһә, иллалаһу Мөхәммәде расуллаһ!