Күҙҙәремә тура ҡара (исполнитель: Рөстәм Ғиззәтуллин)
КҮҘҘӘРЕМӘ ТУРА ҠАРА. Беренсе көн һинһеҙ үтеп китте, Минең йәнем. Күңелемә урын тапмай, Ҡайҙа барырға белмәнем. Күҙ йәштәрем хәҙер кипте инде, Күрмәнең. Бик иртәләп көҙҙәр килде, Һинһеҙ күпме түҙермен. Ҡушымта: Күҙҙәремә тура ҡара, Ҡалдырма йөрәктә яра. Мөхәббәтем һиңә барам, Һөйөү утында мин янам. (2 тапҡыр). Күп хаталар төҙәтелмәй ҡалды, Беләһең. Ғәйеплене эҙләмәйек, Яңылышҡанбыҙ күрәһең. Ҡушымта: Күҙҙәремә тура ҡара, Ҡалдырма йөрәктә яра. Мөхәббәтем һиңә барам, Һөйөү утында мин янам. (2 тапҡыр). Ҡушымта: Күҙҙәремә тура ҡара, Ҡалдырма йөрәктә яра. Мөхәббәтем һиңә барам, Һөйөү утында мин янам. (2 тапҡыр).