Уз, йондоз,ом (сл. Гульнара Рашитова) (исполнитель: Радик)
автор слов___Гульнара Рашитова [bad word] [bad word] id201802257 Уҙ йондоҙом. 1.Кеше килгәс яҡты донъяға, Күктә бер йондоҙ ҡабына. Минең дә йондоҙом Яҡтырта юлымда. Ул тора яҙмышым һағында, Көс бирә арыған сағымда, Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда. Күңелем моңдарға тулғанда. припев. Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә. 2.Йондоҙҙар бик күп йыһанда, Минең дә йондоҙом бар унда. Ваҡыт еткәс бер мәл , Һүнәсәк бит ул да. Нурҙар сәсеп ергә артылыр, Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр. Тик әлегә балҡый Минең башым осомда. Йыуата моңланған сағымда. припев; Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә. 3.Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо, Һәр кемдең бараһы үҙ юлы, Шатлыҡтары ҡайғы, Үҙ моңо- зардары. Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам, Тормошҡа ышаныс юғалтһам, Үҙ йондоҙом мине Йыуатыр ташламаҫ. Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ припев; Һүнмә генә минең йондоҙом, Балҡы яҙмышым кугендә! Еңел булмаһа ла юлым, Мин бәхетле был ергә килгәнгә.