Урал (исполнитель: Абдулла Солтанов)

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.
 
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары.
 
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.
 
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.
 
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

(Икенсе вариант)
 
Иртәнсәккәй тороп, ай, ҡараһам,
Күҙем төштө умырзаяға.
Бер ҡараным байға, бер фәҡиргә,
Фәҡир ғүмере үтә лә заяға.
 
Бейек кенә бейек ағастарға
Менеп булмай, кирәм булмаһа.
Яңғыҙ ғына егет нимә эшләр,
Дуҫ-иштәрҙән ярҙам булмаһа.
 
Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға,
Шыҡыйып та осоп, талсыға,
Егет кенә булһаң, ай, ҡыйыу бул,
Ҡыйыулыҡтар менән дан сыға.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
The Allman Brothers Band Midnight Rider  Sunshine in my heart  All you wanted all you needed  Passenger patient love  Луна краса  Ой мама ой  Green day good riddance (time of your life)  Дигги дигги 
О чем песня
Абдулла Солтанов - Урал?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен