Буранбай (исполнитель: Абдулла Солтанов ( ҡурайҙа Юлай Ғәйнетдинов))

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған да хаттары.
Шул хаттарҙы алып уҡып ҡарап,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Буранбайҙың аты, ай, кирме ине,
Серге аҫҡайҙары ла тирме ине.
Буранбай ҙа менән, ай, Ибраһим
Себерҙәргә китер ҙә ирме ине.

Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән
Юшатырҡай башы ла Аҡбейек.
Буранбай ҙа китте, иле ҡалды,
Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.

Буранбайҙың ғына, ай, ҡылысын
Ҡомартҡыһы итеп тә ҙурлағыҙ.
Буранбайҙьң ғына, ай, йырҙарын
Иҫтәлеге итеп тә йырлағыҙ.

Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Тыныр микән баярҙың ерҙәре?
Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Баҫылыр микән илдең дә ирҙәре?

(Икенсе вариант)

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауылдың ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло
Буранбайҙың һуҙған да йырҙары.
Буранбайҙың йырын тыңлағанда,
Йөрәкһенә ауылдың ирҙәре.

Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты,
Саҡрым-саҡрым бармай ҙа баш ташлай.
Ышанмағыҙ түрә тигәндәргә —
Себер ебәреп үк башты ашай.

Һаҡмар ғына һыуҙың яры бейек,
Йәбешеп кенә сығыр ҙа талы юҡ.
Буранбай ҙа менән Ибраһимдең
Биреп кенә ҡайтыр ҙа малы юҡ.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Тимур Шаов Блюз-мистерия  Тимур Шаов Дорожная  Тимур Шаов Любовь к домашним животным  Тимур Шаов Боремся с депрессией  Тимур Шаов Грипп  Тимур Шаов Наша борьба  Тимур Шаов Коррида в барселоне 
О чем песня
Абдулла Солтанов ( ҡурайҙа Юлай Ғәйнетдинов) - Буранбай?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен