Зөлхизә башҡ.халыҡ йыры (исполнитель: Сәкинә Юлгильдина)

Ялан ғына ерҙән дә болан килә,
Зөлхизә,
Уйһыу ҙа ғына ерҙән дә, ай, түтә тип,
Зөлхизә.
Төн уртаһы еткәс тә, бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Йәш ғүмерем заяға, ай, үтә тип,
Зөлхизә.
Кәкүк кенә ҡоштоң да, ай, балаһы,
Зөлхизә,
Сит ояла үҫә лә ят булып,
Зөлхизә.
Ҡанлы йәштәр түгеп тә бер ҡыҙ илай,
Зөлхизә,
Көләс ғүмерем үтә тип ут булып,
Зөлхизә.
Һөйгән генә егете ҡурай уйнай,
Зөлхизә,
Ят ҡуйынында йәнем дә йоҡлай тип,
Зөлхизә.
Ҡыҙ исемен ҡушып та йырҙар йырлай,
Зөлхизә,
Ташҡан күңелдәрем, ай, бушай тип,
Зелхизә.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Порция  Riding With the King  Scorpions Top Of The Bill  Mike Oldfield Incantations Part Four  Mike Oldfield Hostage  Mike Oldfield Innocent  Mike Oldfield See The Light 
О чем песня
Сәкинә Юлгильдина - Зөлхизә башҡ.халыҡ йыры?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен