Яҙғы сәскәм.Башкорт эстрадаһында балҡып (исполнитель: Ян Лира һәм Лилиә Биктимерова)

ЯҘҒЫ СӘСКӘМ

Рәфит Арыҫланов һүҙҙәре,
Рәдиф Зарипов көйө.

Нурҙар сәскән йондоҙҙарым,
Селтәр булып күкте ялмаған.
Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм,
Аҡ томандар һине ҡаплаған.
Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ,
Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре.
Йөрәгемдең шишмәһе һин,
Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре.

Йондоҙҙарын һанай - һанай,
Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә.
Барлыҡ эштәремде ташлап,
Киләм әле һиңә бөгөн дә.
Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм,
Бирермен йөрәгемде.
Йәлләмәйем һинең өсөн
Иң ҡәҙерле булған йәнемде.

Күрһәң, әгәр, һинең өсөн
Йөрәгемдә янған күмерҙе.
Әл дә Хоҙай һине биргән,
Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе.
Яҙғы ташҡын таныштырҙы,
Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр.
Бер - беребеҙгә терәк булып,
Мәңге бергә типһен йөрәктәр.

------------------------------------------------
группа Ян Лира  [bad word]  [bad word] club20256158)
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Суна хьо веза  Mika betty  Как на поле  Как на улицу  Shuri  Stiles stiles  Песня китнисс 
О чем песня
Ян Лира һәм Лилиә Биктимерова - Яҙғы сәскәм.Башкорт эстрадаһында балҡып?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен