Илсе ғайса (исполнитель: Роберт Юлдашев)
Аҙаштырған болан балаһылай, Яңғыҙ башым ситтә интегәм. Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна, Иҫемә төшә тыуған илгенәм. Йүгереп кенә мендем тау башына, Ял итәм ултырып, ай, ташына. Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма, Тарих яҙыр инем ташына. Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә, Ҡара ебәк билбау билемдә. Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә, Күңелдәрем тыуған илемдә.