Эрнулэргэ тузэ икэн йорэк(минус) (исполнитель: Лилия Хамитова)
Яңғыҙ инәм быйыл яҙҙарыма Яңғыҙлыҡтың әсе яҙмышы. Әҙәм балаһының күҙҙәренә Алдан яҙылған шул яң(ы)лышы. Ҡушымта: Әрнеүҙәргә түҙә икән йөрәк, Түҙә икән йөрәк бар(ы)һына. Тик шулай ҙа устарыма кыҫам, «Ярһыма, - дим уға, - ярһыма!» Һөйөү тулы беҙҙең һүҡмаҡтарға Һары Һағыш ҡына ятыр мы? Мин яраткан ап-ак ромашкалар Йәйен һары сәскә атыр мы? Ҡушымта. Һағыш күле биг(е)рәк тәрән икән, Һыуы тоҙло, димәк, күҙ йәше. Тик шулай ҙа өмөт һүнмәй икән, Һине көтөп, йәрем, йәшәйем! Ҡушымта.