Дуҫтар (исполнитель: Фирүзә Париж)

Йөрәгемдә уттар янһа,
Әйтер һүҙем күп йыйылһа.
Йөрәгемдә уттар янһа,
Әйтер һүҙем күп йыйылһа.
Абынғанда,йығылғанда,
Арығанда,бөгөлгәндә.
Таянырға дуҫтар кәрәк,
Таянырға дуҫтар кәрәк,
Абынғанда,йығылғанда,
Арығанда,бөгөлгәндә.
Таянырға дуҫтар кәрәк,
Таянырға дуҫтар кәрәк.
Яраларың асылғанда,
Әрней-әрней ауыртҡанда,
Яраларың асылғанда,
Әрней-әрней ауыртҡанда,
Ҡайғыларҙан бөгөлгәндә,
Ярһый-ярһый илағанда,
Йыуатырға дуҫтар кәрәк,
Йыуатырға дуҫтар кәрәк.
Ҡайғыларҙан бөгөлгәндә,
Ярһый-ярһый илағанда,
Йыуатырға дуҫтар кәрәк,
Йыуатырға дуҫтар кәрәк.
Шатлыҡтарың ташып сыҡһа,
Уңыштарҙан баш әйләнһә,
Шатлыҡтарың ташып сыҡһа,
Уңыштарҙан баш әйләнһә,
Шатлыҡлы көндәр булһа ла,
Ҡайғылы төндәр булһа ла,
Таянырға дуҫтар кәрәк,
Таянырға дуҫтар кәрәк.
Шатлыҡлы көндәр булһа ла,
Ҡайғылы төндәр булһа ла,
Таянырға дуҫтар кәрәк,
Йыуатырға дуҫтар кәрәк.
Йыуатырға дуҫтар кәрәк.
Таянырға дуҫтар кәрәк,
Ни булһа ла дуҫтар кәрәк!
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Джем Святая охота  Джем Бог из машины  Джем Шаг из вечности  Джем Schwarz Kreuz  Джем Вальс для Ботари  Humanos Mexicanos Control Machete  Джем Опиши мою смерть 
О чем песня
Фирүзә Париж - Дуҫтар?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен